Ватан һаҡсылары көнө уңайынан Иглин районында байрам саралары үҙҙы

Район үҙәгендә тантана обелискҡа сәскә һалыуҙан башланды. Митингта ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алды. Хәтер саралары Еңеү паркында ла ойошторолдо. Унда йыйылыусылар ҡанлы бәрелештәрҙә һәләк булған ир-егеттәрҙе бер минут тынлыҡ менән хәтерләне.

Тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған ир-егеттәрҙең ата-әсәләре, ҡатындары саҡырылды. Һалдат әсәләре, тол ҡалған яугир ҡатындар менән осрашыу дуҫтарса йылы шарттарҙа үтте.Ҡатын-ҡыҙҙар ауырлыҡтарға бирешмәүе, ҡыйын мәлдәрҙә бергә булыуҙары хаҡында белдереп, Иглин районы етәкселегенә иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәт һуҙҙәрен еткерҙе. Район мәҙәниәт йортонда байрам концерты алдынан Иглин районы хакимиәте башлығы махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған яугир әсәләренә Батырлыҡ орденын тапшырҙы.

Улымдың хәрби хеҙмәткә ынтылышы көслө ине. Ул махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китте. Мин һеҙҙе һаҡларға тейешмен, тине.

Елена Сабирова, Махсус хәрби операцияла һәләк булған Максим Медведевтың әсәһе