Республика Хөкүмәт йортонда Башҡортостан башлығы етәкселегендә инвестиция сәғәте үтте

Унда сәнәғәт һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы башланғыстар хупланды. Төбәк биләмәһендә импортты алмаштырыусы күләмле проектты «Химинвест»компанияһы тормошҡа ашырырға планлаштыра. Етәкселек Салауат яһалма полимерҙар заводын төҙөргә, уның нигеҙендә үҫемлек сеймалынан целлюлоза нитрттары, шулай уҡ анилин етештереү буйынса производство комплексын булдырыу тураһында һөйләне.

Был продукция әлегә Рәсәйҙә етештерелмәй. Әммә ул сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында, шул иҫәптән полиграфия, медицина һәм автомобиль эшләүҙә киң ҡулланыла. Инвестицияларҙың дөйөм күләме - яҡынса 54 миллиард һум. Производство проект ҡеүәтенә сыҡҡандан һуң заводта 500-ҙән ашыу белгес эшләйәсәк. Комплекс майҙансығында шулай уҡ профилле юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары өсөн тәжрибә-лаборатория һәм фәнни-технологик база барлыҡҡа киләсәк.

Инвестиция сәғәтендә шулай уҡ Өфө районында электротехник изделиелар өсөн сәнәғәт корпустары етештереү буйынса «ЭлКом» компанияһының икенсе сираттағы заводын төҙөү проекты ҡаралды. 2020 йылдың декабрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында был предприятиены асыуҙа ҡатнашты. Бөгөн предприятие производствоны киңәйтеүгә 650 миллион һумдан ашыу аҡса һалырға ниәтләй, ағымдағы йылдың икенсе кварталы аҙағында ғәмәлдәге майҙансыҡта яңы заводты сафҡа индереү 215 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.