6-8-се кластарҙа йәмғиәтте өйрәнеү фәнен уҡытмаҫҡа тәҡдим итәләр

Мәғариф министрлығы шундай башланғыс менән сыҡты. Ведомствонан белдереүҙәренсә, 9-сы класта аҙнаһына бер генә дәрес ҡалдырырға кәрәк. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Тейешле  ҡарар ҡабул ителһә  яңы норма 2025 йылдың 1 сентябренән көсөнә инә. Бер үк ваҡытта мәктәптәрҙә тарих дәрестәрен арттырырға теләйҙәр. Йылына тағы 136 сәғәт өҫтәү мөмкинлеге ҡарала.