Өфөлә осоу аппараттарының мөмкинлектәре, уларҙы ҡулланыу һәм кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре барланды

Пилотһыҙ осоу аппараттары - беҙҙең ысынбарлыҡ. «Аврора» үҙәге ойошторған семинарҙа осоу аппараттарының мөмкинлектәре, уларҙы ҡулланыу һәм кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре барланды.

Бөгөнгө көндә пилотһыҙ осоу аппараттары беҙҙең көнкүреш тормошта киң ҡулланыла: ауыл хужалығынан алып, махсус хәрби операция биләмәһенә тиклем. Һанлаштырыу мәсьәләһе күп иҡтисад тармаҡтарына ҡағыла. Осрашыуҙа заман техникаһын етештереүселәр һәм улар менән идара итеүселәр йыйылған. Уҡыу йорттары менән етештереүселәр араһында бәйләнеш булмауы иң төп проблемаларҙың береһе, тип билдәләнде фекер алышыуҙа.