Әле Башҡортостанда сәйәси кампанияға ныҡлы әҙерлек бара. Һайлау участкалары тәртипкә килтерелә, комиссия ағзалары тауыш биреүгә саҡырыу ҡағыҙҙары тарата.
Рәсәй Президентын һайлау 15-се марттан 17-нә тиклем үтә. Республикала бөтәһе 3 мең 308 һайлау комиссияһы ойошторолған, участкаларҙа 10 меңдән ашыу күҙәтеүсе эшләйәсәк. Бәләбәй, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалаларында күреү һәләте насар булған кешеләр өсөн 5 һайлау участкаһы ҡаралған. Әле комиссия ағзалары халыҡҡа саҡырыу ҡағыҙҙары тарата. Өфө ҡалаһы Дим биҫтәһенең һайлау комиссияһы ағзалары йорттар буйлап байрам көндәрендә лә йөрөй. Халыҡ ихлас ҡаршы ала, күпселек тауыш бирергә, гражданлыҡ позицияһын белдерергә йыйына, ти улар.
Һайлау комиссияһы ағзалары бер юлы йорттарҙағы иғлан таҡталарына һайлау хаҡындағы мәғлүмәтте урынлаштыра, халыҡты кандидаттар исемлеге менән таныштыра. Һайлау участкаһының адресы, эш ваҡыты тураһында хәбәр итә. Йосоповтар һайлауға ғаиләһе менән барырға ниәтләй. Беҙ бәләкәй саҡтан һайлауҙы байрам һымаҡ ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ, йәш быуын беҙҙән өлгө алып үҫергә тейеш, ти ишле бала үҫтергән әсә.