Балтас районы Усман ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» республика программаһында ҡатнашып, һыу үткәргескә капиталь ремонт үткәрергә теләй. Смета документтары буйынса ярты миллион һум талап ителә. Конкурс шарттары буйынса, сумманың бер өлөшөн ауыл халҡы, бағыусылар ҡапларға тейеш. Ярты быуат эсендә биләмәлә инженер селтәрҙәр эшлектән сыҡҡан. Шуға ла йыйылыштарҙа торбаларҙы яңыртыртыу мәсьәләһе бер тауыштан хупланған.
Усман ауылында 80 кеше йәшәй, өлкән йәштәгеләр күп. Урындағы халыҡ берҙәмлеге менән айырыла, республика программаһында әүҙем ҡатнашыу һөҙөмтәһендә биләмәлә ҙур эштәр башҡарылған.