Илеш районы Дөмәй ауылында мәсет сафҡа инде

Илеш районында мәсет тағы берәүгә артты. Был юлы Изге йомала төбәктең бай тарихлы Дөмәй ауылында сафҡа инде. Һанаулы ваҡыт эсендә файҙаланыуға тапшырылған иман йорто тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Илаһи аҙан тотош Дөмәй ауылын иман нурына сорнаны. Изге йомала асылған «Әл-Малик» мәсете олоһон да, кесеһен дә бергә йыйҙы. Иман йорто төҙөлөшө 2023 йылдың апрелендә башланып, 8 ай эсендә тамамлана. Урыны ла осраҡлы һайланмаған. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәбис Сәлиховтың тыуған йорт нигеҙендә сафҡа ингән.

Ҙур тулҡынланыу һәм ихлас теләктәр менән үрелеп барған сара тантаналы шарттарҙа асылды. Бөгөндән ауыл ике мәсетле булды. 350 йылдан ашыу тарихлы ҡыр-ялан ырыуы башҡорттары ауылы, ысын динле халыҡ тип әйтергә була.

Яңы мәсеттең үҙенсәлеге - уның формаһында. Ул мосолман донъяһының төп ғибәҙәтханаһы Ҡәғбәне хәтерләтә. Бина эсе лә заманса стилдә йыһазландырылған. Диндарҙарға уңайлы булһын өсөн бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Икенсе ҡатҡа күтәреүселәргә, хатта лифт бар. Бындай матурлыҡты күреп, әлбиттә, йәше-олоһо ла, ситтән килгән ҡунаҡтар ҙа һоҡланыуын йәшермәне.

Илеш районының 36-сы иман йортон асыуға арналған тантаналы сара йәмәғәт намаҙын уҡыу, байрам табыны менән тамамланды. Әлбиттә, һәр кем «Әл-Малик» мәсетенең оҙаҡ йылдар иман юлына әйҙәп, ауылдың йәшәйешен арттырһын тигән теләктә ҡалды.

Азат Ғәлиуллин