Асҡын районынан «Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабына сыҡҡан Төлгөҙбаш ауылы халҡы йомғаҡлау сараһын үткәрҙе. Уның барышында Төлгөҙбаштар үҙ ауылдарының бай тарихын, рухи һәм матди мираҫын күрһәтте.
Саҡырылған ҡунаҡтар Шәрип Васиков исемендәге мәктәпкә барып, урындағы музей менән танышты. Сара барышында геройҙар партаһын асыу тантанаһы үтте, уҡыусылар батыр яҡташтары тураһында һөйләне. Муниципаль этапта еңеү яулаған Төлгөҙбаштар ҡул эштәре күргәҙмәһен дә тәҡдим итте.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсына быйыл биш йыл. Бәйгегә төрлө ауылдар ҡушылып, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай. Төбәктәрҙең айыҡ йәшәү рәүеше буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы субъекттары араһында 22-сенән 16-сы урынға күтәрелгән.