Ватанды һаҡлаусылар байрамы уңайынан Өфөлә «Ғорурланабыҙ» республика патриотик фестивале уҙҙы. Уны хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеүсе «Содействие» коммерцияға ҡарамаған ойошма үткәрҙе. Сәхнәнән һуғыш йылдары йырҙары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы байрамда батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлеккә арналған йырҙар яңғырай. Барлыҡ сығыштар тыуған илгә һөйөү, яҡташтарыбыҙҙың фиҙаҡәрлеге тураһында. Залда иһә айырыуса ғорурлыҡ атмосфераһы хакимлыҡ итә. Республика патриотик фестивале лә бит юҡҡа ғына “Ғорурланабыҙ” тип аталмай.
Саранының төп ойошторусыһы - “Содействие” берләшмәһе. Ойошма хәрби хәрәкәттәр ветерандарын реабилитациялау һәм социализациялау менән шөғөлләнә. Әммә залда ветерандар һәм уларҙың ғаиләләре генә түгел, уларға ярҙам итеүсе ирекмәндәр ҙә йыйылды. Шулай уҡ студенттар, улар өсөн был сара патриотик тәрбиә биреүҙең бер өлөшө. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында башҡорт хәрбиҙәренең рухи остазы Хәмзә Хәҙрәт тә бар.
Һуңғы йылдарҙа Ватанды һаҡлаусылар байрамы яңы мәғәнәләр менән тулыланды. Был көндө әрме сафында хеҙмәт иткәндәр генә түгел, ә әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәгән яугирҙарға ла дан йырлана. Патриотик фестиваль барышында ил именлеге һағында торған ир-егеттәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Әлфинә Килдейәрова