Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Иглин районында «Йәгеҙ әле, егеттәр» ярышы ойошторолдо. Мәктәп уҡыусылары төрлө хәрби спорт йүнәлештәрендә көс һынашты. Граждандар оборонаһы, физик әҙерлек, винтовканан атыу, арҡан тартышыу кеүек һынауҙар үткәрелде.
Еңеүсе өс командаға миҙалдар һәм кубок тапшырылды. Егеттәр был йүнәлештә талап ителгән һәләттәрен тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, физкультура дәрестәрендә нығытҡан. Бынан тыш, байрам уңайынан ял көндәрендә йәштәр араһында хоккей буйынса ла ярыш үтер тип көтөлә.