Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Ҡолбулдиндар ғаиләһе ләлә сәсәкәләре үҫтереүгә тотонған

Йорт бүлмәһендә сәскә оранжереяһы. Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәүсе Ҡолбулдиндар ғаиләһе ләлә сәсәкәләре үҫтереүгә тотонған. Дала шарттарында тәүгеләрҙән булып сәскә бизнесына тотоноусылар хаҡында киләһе сюжет.

8-се март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә аҙнанан ашыу ваҡыт ҡалып бара. Әммә ҡатын-ҡыҙҙарҙы сәскәгә күмер өсөн Ҡолбулдиндар декабрҙән эшкә тотонған. Ләлә сәскәләре айырым бүлмәлә үҫтерелә. Унда 15 градус йылы, тейешле миҡдарҙа дымлылыҡ булдырылған. Лина Ҡолбулдинаның ике йыл элек тәүәкәлләп тотонған эше ниһайәт, уңыш һәм табыш килтерә башлаған. Тормошомдо сәскәгә күмеү өсөн күп уҡырға, белемемде камиллаштырырға тура килде, ти хужабикә.

Минең ләлә сәскәләрен социаль селтәрҙәрҙәрге яҙмаларҙа ҡараусылар йыш ҡына, Лина, һин уларҙы йырлап үҫтерәһеңме тигән һорау бирә. Мин гөлдәр менән һөйләшәм, матур һүҙҙәр әйтәм, йырҙар йырлайым. Уларҙы бала баҡҡан кеүек тәрбиәләйем.

Лина Ҡолбулдина, сәскә үҫтереүсе

Ҡолбулдиндар Хәйбулла районында, дала шарттарында ләлә үҫтереүсе беренсе ғаилә. Орлоҡтар Голландиянан ҡайтарылған. Быйыл төрлө сорттағы 3 мең баш һуған сәселгән. Тиҙҙән был сәскәләр ҡатын-ҡыҙҙарға тапшырыласаҡ, кәштәләрҙе биҙәйәсәк, вазаларға ултыртыласаҡ. Тормош иптәше баштараҡ ҡатынының яңы шөғөләнә бер аҙ шикләнеп ҡуйған, ныҡышмалылығын күргәс, ҡуш ҡуллап ярҙамлашырға ҡарар иткән.

Ҡатыным ләлә орлоҡтары ҡайтартам тигәс, башта ғәжәпләндем. Яңы шөғөлөн хупларға булдым. Башта ҡурҡытты. Эшкә тотононғас, бөтәһе лә үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Ауырлыҡтарҙы бергәләп еңеп сығып, хәҙер уңышлы эшләйбеҙ.

Азамат Ҡолбулдин, Лина Ҡолбулдинаның тормош иптәше

Сәскә үҫтереүсе оҫталар кимәленә етеү өсөн ғаиләгә ике йыл ваҡыт кәрәк булған. Һөҙөмтә күҙгә күренеп тора. Уңған хужабикә сәскә үҫтереү буйынса ярайһы тәжрибә туплап өлгөргән.

Һары төҫтәге авокадо сорты 8-се мартҡа сәскә атасаҡ.

Лина Ҡолбулдина

Һәр бутон камил булырға тейеш. Был сәскәләрҙән яһалған букеттар ҡатын -ҡыҙҙарыбыҙға яҡшы байрам кәйефе лә бүләк итергә тейеш.

Сәскә үҫереү эше ни тиклем матур булһа, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ та талап итә. Ғинуар һыуыҡтары томбойоҡтарҙы ныҡлыҡҡа һанаған. Сәскәләр һыуыҡҡа бирешмәгән. Ҡолбулдиндар ғаиләһе яратҡан шөғөлән киләсәктә тағы ла киңәйтергә ниәтләй.

Гүзәл Борханова