Бөрйән районында Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы ҡышҡы ат ярышы үтте

Сара райондың данлыҡлы шәхесе Исмәғил Ғәбитов иҫтәлегенә арналды һәм быйыл 55-се тапҡыр ойошторолдо. Бөрйән районының брендына әүерелгән саналы ат ярышы быйыл «Урал батырҙың ҡышҡы уйындары» менән берлектә, Күҙәмбәт яланында ойошторолдо.

Сарала Бөрйәндән генә түгел Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Белорет, Күгәрсен райондарынан вәкилдәр ҡатнашты. Яланда саналы ат ярыштарынан тыш, ылаҡ, ауҙарыш уйындары ла үтте. Ете төр ярышта 55 ат ҡатнашты. Шулай уҡ мәргән уҡсылар араһында ла турнир ойошторолдо. 5 этаптан торған бәйгенең еңеүсеһе Азат Ишкилдинға ҡолон бүләк ителде.

Борондан халҡыбыҙ ат өҫтөндәге эйәрҙе, йүгәнде биҙәүгә лә ҙур иғтибар биргән. Сарала ат өҫтөнә ябылған сергетыш эшләү оҫталары араһында ла еңеүселәр билдәләнде. 1-се урынға Нәсимә Наурыҙбаева лайыҡ булды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡышҡы уйындар йылдан-йыл нығыраҡ популярлыҡ яулай, икенсенән ҡатнашыусылар араһында йәштәр күбәйә. Тимәк, киләсәктә был сараның республика кимәленә сығырына өмөт ҙур.