Үҫмерҙәрҙең барыһы ла һирәк осрай торған ауырыуҙар менән яфалана. Экспозициялағы рәсемдәр - уларҙың реабилитация ваҡытындағы арт-терапияһы һөҙөмтәһе. Натюрморт, пейзаж - һәр рәсем үҙенсәлекле балаларҙың донъяға ҡарашын сағылдыра. Йәш авторҙарҙың барыһы ла - Мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүселәре. Йәш рәссамдарҙың ҡайһы бер эштәре һатылып та өлгөргән. Йыйылған аҡса балаларға ижад өсөн материал һатып алыуға йүнәлтелә.