Ул «Планета» сауҙа үҙәгендә урынлашҡан. Экспозицияға 130-ҙан ашыу хеҙмәт, төрлө техника һәм жанрҙағы эштәр ҡуйылған. Картиналар авторҙары - ябай кешеләр, төрлө һөнәр эйәләре, улар рәсем мәктәбендә сәнғәт серҙәренә өйрәнгән. Унда һүрәт төшөрөргә генә түгел, ә яратҡан шөғөлдән килем алырға ла өйрәтәләр.
Курстар 18 йүнәлеште үҙ эсенә ала. Сауҙа үҙәге ҡунаҡтары күңеленә ятҡан картинаны һатып алыу мөмкинлегенә эйә, һәр һатылған һүрәт аҡсаһының бер өлөшөн ойоштороусылар «Изгелек ҡылыусылар» хәйриә фондына йүнәлтә. Бынан тыш, сарала оҫталыҡ дәрестәре, викторина ойошторолодо, еңеүселәргә нәфис материалдар һалынған сумаҙан тапшырылды.