1992 йылда, Башҡортостан “Республика” тип рәсми аталғас, дәүләт символдары – рәсми атрибуттар ихтыяжы тыуа. Ошоға бәйле конкурс иғлан ителә. Флаг төшөрөү буйынса рәссамдар Урал Мәсәлимов һәм Ольга Асабинаның эше һайлап алына. Башҡортостанфлагы 3 төҫтән тора, йәшел – азатлыҡты, мәңгелекте, аҡ – тыныслыҡ һөйөүсәнлекте, республика халыҡтарының хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын, күк – асыҡлыҡты, уйҙар таҙалығын аңлата. Әләмдә түңәрәк уртаһында 7 тажлы ҡурай сәскәһе, ул башҡорт халҡына нигеҙ һалыусы 7 ырыуҙы символлаштыра.