Нәшриәттең магазины әле Октябрь проспектында урынлашҡан. Март айында ул Ленин урамына күсерелә. Китаптар "Карауанһарай" туҡталышы янында һатыласаҡ. Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итә. - Ҡалала йәшәүселәр һәм туристар өсөн күпкә уңайлы була, - ти ул. Халыҡҡа китаптарҙан тыш төрлө сувенирҙар тәҡдим ителә.