Өфөлә иртән мәктәпкә юлланған бала уҡырға килеп етмәгән

Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Муллағәлләмов Асҡар Динар улы 226-сы маршрутҡа ултырып, «Үҙәк баҙар» туҡталышында төшмәй ҡалған. Уға 11 йәш, буйы 146 сантиметр. Өҫтөнә капюшонһыҙ ҡара куртка, ҡара шапка, ҡара төҫтәге аяҡ кейеме кейгән. Рюкзагы аҡһыл-көрән төҫтә.

Баланы күреүселәрҙең 112 йәиһә 8-965-642-70-21 номерҙарына шылтыратыуы һорала. Телефон һандарын экранда күрәһегеҙ.