Медицина учреждениеһындағы яңы лазер ярҙамында күреү һәләте насар булған пациенттарға операция яһала. Тик һуңғы ике айҙа ғына табиптар 400-ҙән ашыу кешегә юғары технология ярҙамы күрһәткән. Бушлай операцияға республиканың башҡа район-ҡалаларынан да киләләр. Быға тиклем урындағы халыҡҡа баш ҡалаға йөрөп анализ бирергә, сират көтөргә тура килгән. Йыл аҙағына тиклем медицина белгестәре тағы ла 2 мең пациентҡа операция яһамаҡсы.