Өфөнән Сочиға. Башҡортостандан бер төркөм йәштәр курорт ҡалаһында үтәсәк Бөтә донъя йәштәр фестиваленә юлланды. Уларҙы ике көнлөк юл көтә. Республика данын 200-ҙән ашыу егет-ҡыҙ яҡлясаҡ.
Сарала донъяның төрлө илдәренән йәмғеһе 20 меңгә яҡын кеше ҡатнашыр, тип көтөлә. Фестиваль «Сириус» федераль белем биреү үҙәгендә 1 мартта башланып, бер аҙна дауам итәсәк. Программа сиктәрендә фестивалдә ҡатнашыусыларҙы лекция, дискуссиялар, ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр, спорт ярыштары, сәйәхәттәр көтә. Форумда ҡатнашыу өсөн делегаттар махус һайлап алыу туры үткән.