Белорет районы Тирлән ауылында йәшәүсе малай-ҡыҙҙар Өфөләге Ҡурсаҡ театрында хәйриә тамашаһында ҡатнашты. 55 баланан торған төркөм өсөн тәүҙә төҙөкләндерелгән театр буйынса экскурсия үткәрелде. Яңыртылған бина, ҡурсаҡтар, музей менән шәхсән театр директоры таныштырҙы. Һуңынан малай-ҡыҙҙар «Ал сәскә» спектаклен ҡараны. Премьера тамашаһы заманса ҡоролмалар ярҙамында ҡуйылған. Төҙөкләндерелгән театрға тирләндәр Башҡортостан башлығы саҡырыуы буйынса килгән.