Өфөлә Вәсил Ханнановты һуңғы юлға оҙаттылар

Өфөлә Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы Вәсил Ханнановты һуңғы юлға оҙаттылар. Ҡылҡәләм оҫтаһы 67 йәшендә вафат булды. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты бинаһында уҙған хушлашыу сараһына рәссамдың туғандары, хеҙмәттәштәре, ижадын һөйөүселәре килгәйне.

Вәсил Ханнанов республика һынлы сәнғәт тарихында байтаҡ художестволы проекттар авторы, «Сыңғыҙхан» арт-төркөмө һәм Наил ЛАтфуллин исемендәге заман сәнғәте музейына нигеҙ һалыусы булараҡ та инәсәк. Төрлө стилдә һәм техникала башҡарылған әҫәрҙәре тыуған ер, милли ҡиммәттәрҙе, ҡатын-ҡыҙ гүзәллеген данлауға арналған. Рәссамдың әҫәрҙәре Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә киң танылыу яулаған.