Cпортсыларҙы Аҡъяр ауылының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡабул итте. Мини-лапта буйынса ярышта 17 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашты. Дөйөм зачетта иң көслөләр 6 төбәк командаһы араһында асыҡланды. Спорт сараһын ойошторған Хәйбулла районынан республика һәм Бөтә Рәсәй турнирҙары призерҙары исемен яулаған өс коллектив ярышты.
Ярышта тәжрибәле спортсыларҙан тыш, спортта тәүге аҙымдарын яһаусылар ҙа сығыш яһаны. Мәҫәлән, Ишембай командаһы был миҙгелдә генә тупланған, егеттәр ни бары биш ай күнекмәләр үтә. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Хәйбулла районы егет-ҡыҙҙары Мәләүез командаһынан көслөрәк булып сыҡты. Еңеүселәр март уртаһында Смоленскиҙа үтәсәк Рәсәй беренселегендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.