Республикала уҙған ял көндәрендә үткәрелгән «Айыҡ водитель» операцияһы барышында 230 кешенең рулгә эскән килеш ултырыуы асыҡланған.
Бөрөлә инспекторҙар тарафынан туҡтатылған был ир бер-нисә көн дауамында алкоголь ҡулланғанын инҡар итмәй. Әммә был уны ҡаргиҙәр руле артына ултырыуҙан туҡтатмаған. Яҡын арала ир транспорт менән идара итә алмаясаҡ. Ә Бәләбәйҙәге дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәре иғтибарын ҡарға батҡан Нексия автомобиле йәлеп иткән. Эскән килеш руль артына ултырған водителдең автомобиле юл һыҙатынан сығып ҡарға батҡан.
Бөгөндән Башҡортостанда Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының суд приставтары менән берлектәге «Штраф» иҫкәртеү операцияһы башланды. Төбәктә 500-гә яҡын автомобиль хужаһының юл хәрәкәте ҡағиҙәләре боҙған өсөн бурыстары һәм башҡа административ штрафтары бар. Уларҙың ҡайһы берҙәренең бурыстары 100 мең һумдан ашып киткән.