Һин хәүефһеҙлектә. Республика етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәгендә ошондай яңы проект тормошҡа ашырыла. Ул тәрбиәгә бала алған ата-әсәләрҙе лә, яңы ғаилә ағзаларын да яҡлауҙы, ҡурсалауҙы, педагогик-психологик ярҙам күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Былтыр ғына был проект буйынса ғаиләгә урынлаштырылған 3 тиҫтәнән ашыу балаға ярҙам күрһәтелгән. «Һин хәүефһеҙлектә» проекты быйыл Бөтә Рәсәй кимәлендә лә иң яҡшы эш тәжрибәләренең береһе тип танылған һәм «Бала саҡтың 10 йыллығы» сиктәрендә үткәрелгән конкурстың ярымфиналына сыҡҡан. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Психологтар, педагогтар, юристар менән әңгәмә, эмоциональ көсөргәнешлекте кәметеүгә, тынысландырыуға, социаль яраҡлашыуға йүнәлтелгән күнекмәләр, уйындар. Үҙәктә кешенең холоҡ-фиғелен, күңел торошон көйләү өсөн тулы шарттар тыуҙырылған. Сөнки бында тәрбиәгә бала алған ғаиләләр мөрәжәғәт итә. Ә был балалар күп осраҡта ҡаты мөғәлләмәгә, йәберләүгә, көсләүгә дусар булған, яҡындарын юғалтҡан. Уларҙы яңынан ғәҙәти тормошҡа ҡайтарыу, ышанысын яулау еңел түгел, сөнки был категория донъяға шик, хәүеф менән баға.
Республика етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу үҙәге 15 йыл уңышлы эшләп килә. Ошо ваҡыт эсендә белгестәр ауыр тормош һынауына дусар булған йөҙҙәрсә балаға ғаилә йылыһын тойорға, яңы тормош башларға булышлыҡ иткән. Үҙәк 2022 йылдан «Һин хәүефһеҙлектә» проектын тормошҡа ашыра. Уның сиктәрендә баланы ғаиләгә урынлаштырыуҙан тыш, белем биреү маршрутын һайлау, матди ярҙам күрһәтеү, йәйге ялын ойоштороу, сәләмәтлеген тикшереү һәм башҡа пункттар инә. Йәғни бала тулыһынса күҙәтеү аҫтында һәм хәстәрлек менән сорнап алынған тип әйтергә мөмкин. Быйыл был проект ил кимәлендәге уңышлы эш тәжрибәләре конкурсының ярымфиналына сыҡҡан.
Үҙәктең республика буйынса филиалдары ла уңышлы эшләп килә. Мәҫәлән, Ишембай ҡалаһындағы үҙәктә ошо көндәрҙә «Йәшел бүлмә» сафҡа индерелгән. Ул грант иҫәбенә эшләнгән. Хужалар әйтеүенсә, яңы, йыһазландырыған бүлмә эш сифатын яҡшыртырға ярҙам итә, уны Ғаилә йылындағы иң ҙур бүләк тип атарға мөмкин.
Башҡортостанда әлеге ваҡытта етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 10 мең 337 бала иҫәпләнә. Уларҙың 93 проценты ғаиләләргә урынлаштырылған. Йәғни йыл һайын меңгә яҡын бала ғаиләгә тапшырыла. Ә был осраҡта ата-әсәгә лә, балаға ла яңы шарттарға яраҡлашыу өсөн педагогик, психологик ярҙам талап ителә.
Рәмзиә Кәримова