Башҡорт малайы. Йыл һайын Баймаҡтың балалар ижады үҙәгендә ойошторолған бәйге шулай атала. Унда район мәктәптәренән 11-12 йәшлек малайҙарҙы үҙ-ара отҡорлоҡта, сәсәнлектә һәм таһыллыҡта көс һынаша. Сираттағы бәйге тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
2018-се йылдан алып үткәрелгән “Башҡорт малайы” район конкурсына быйыл 11 аҡыллы, шаян, ҡыйыу, отҡор, маҡсатлы малайҙар ҡатнашырға теләк белдерҙе. Юлыҡ мәктәбе уҡыусыһы Арсен Хисмәтуллин күп балалы ғаиләлә үҫә. Йыр‐бейеүгә маһир, яҡшы уҡый, спорт менән дуҫ. “Башҡорт малайы” конкурсы тураһында күптән белә, ниһайәт 11 йәше тулғас үҙе кеүек бар яҡтан да талантлы малайҙар менән бер сәхнәгә сыҡты.
Малайҙар 4 турҙа ихлас тырышып һынау тоттолар. Үҙең менән, яратҡан шөғөлө менән таныштырыу, һорауҙарға яуаптар биреү, спорт буйынса ла улар һынатманылар. “Ғаилә йылы”н күҙ уңында тотоп, улар ата‐әсәләре менән бергә сығыш яһаны.
Бәйгелә ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Гран-прины Баймаҡ ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбе уҡыусыһы Нияз Байегетов яуланы. Сәхнә тултырып бейергә, моңло итеп йырларға, төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға маһир - беҙҙең Баймаҡ районы малайҙары. Бындай саралар балаларҙа, бәләкәйҙән тыуған илгә, телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә.