Үрге Ҡыйғы район мәҙәниәт йортонда Ғаилә йылын асыу тантанаһы уҙҙы

Йәмғиәттә ғаиләнең ролен һәм абруйын нығытыуға, йәш быуынды илһөйәрлек, ватансылыҡ рухында тәрбиәләүгә йүнәлтелгән сарала ун ғаилә ҡатнашып, музыкаль конкурста көс һынашты. Вокал фестивалендә ҡатнашҡан һәр ғаилә жюри һәм тамашасылар хөкөмөнә патриотик һәм лирик йырҙар сығарҙы. Ҡыйғы халҡы һәм ҡунаҡтары конкурсанттарҙы аншлаг менән ҡаршы алды. Музыкаль бәйгелә ҡатнашыусылар «Иң музыкаль», «Иң әүҙем ғаилә» кеүек бер нисә номинацияла баһаланды. Еңеүселәргә махсус бүләктәр тапшырылды.