Башҡортостандың халыҡ, Татарстандың атҡаҙанған артисы Рушат Мөҙәрисов 50 йәшлек юбилейын Өфөнөң «Нур» татар дәүләт театрында ҙур ижад кисәһе менән билдәләне.
Юбилярҙы тәбрикләү тантанаһынан, тамашасылар юбиляр ҡатнашлығында драматург Зөлфәт Хәкимдең «Мөхәббәт тоҙағы» лирик комедияһын ҡараны. Театрҙың быйылғы ижад миҙгеленең премьера спектакле был юлы юбилей бенефисы булараҡ тәҡдим ителде.
Рушат Мөҙәрисов театрҙа 90-сы йылдар башынан. Ул тыуҙырған сәхнә образдары тотош бер галереяны хәтерләтә тиергә лә мөмкин. «Нур» театрының «тәүге ҡарлуғастар»ы исемлегенә ингән актер бөгөн дә тынғыһыҙ ижад юлында.