Өфөлә Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ вәкилдәре менән осрашыу үтәсәк

Яҙын Өфөлә Башҡортостандан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ вәкилдәре һәм тарихи-мәҙәни ойошмалар ағзалары менән осрашыу үтәсәк. Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә мәҙәниәт министрлығына ошондай бурыс ҡуйҙы.

Ведомство етәксеһе Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙә башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырыу эше йылдам алып барыла. Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән ерҙәрҙә тарихи-мәҙәни үҙәктәр эшләп килә. Республика белгестәре уларҙа кейемдәр тегеү, музыка ҡоралдарын үҙләштереү, телде өйрәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре бирә.

Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе берләштереү буйынса уҙғарылған төп сара-һабантуй. Былтыр ул илдең 17 төбәгендә һәм Үзбәкстанда уҙғарылған. Радий Хәбиров быйыл ситтә уҙғарылған һабан туйҙарын ҡалдырмаясағын белдерҙе.