Ун йыл эсендә Башҡортостанда «Торлаҡ өсөн аҡса туплау» программаһында 9 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан

Уларҙың 5 меңдән ашыуы йәшәү шарттарын яҡшыртҡан да инде. Был турала «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары, финанс министры Лира Иғтисамова белдерҙе.

Программала ҡатнашыу шарттарына килгәндә, граждандар өс йылдан алты йылғаса иҫәпләнгән торлаҡ вкладын асырға тейеш, уның ставкаһы йылына 1-1,5 процент тәшкил итә. Ҡатнашыусы тарафынан ай һайын индерелгән иғәнәгә ҡарап, республика бюджетынан сумманың утыҙ процентына тиң премия килә, уның күләме айына биш мең һумға тиклем арттырылған. Йыйылған сумманы күсемһеҙ милек, йә шәхси төҙөлөшкә ер участкаһы һатып алыу, алдан алынған ипотеканы ҡаплау, йә льготалы ставка буйынса яңыһын алыуға файҙаланырға мөмкин.

Билдәле булыуынса, республиканың төп ипотека-туплау программаһы федераль кимәлдә юғары баһаланып, Стратегик башланғыстар агентлығы линияһы буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе тип танылған. Бынан тыш, программа Федерация советында ла уңышлы презентацияланған