Рәсәй Президенты һайлауын уҙғарыуға Башҡортостанда өс миллионға яҡын һайлау бюллетене әҙерләнәсәк

Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, Рәсәй Президенты һайлауын уҙғарыуға Башҡортостанда өс миллионға яҡын һайлау бюллетене әҙерләнәсәк. Ғәҙәттәгесә, рәсми документтар башҡорт һәм татар телдәрендә лә баҫтырыла. Һайлауға әҙерлек барышының иң ҡатмарлы һәм яуаплы этаптарының береһе менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.

А2 форматындағы аҡ ҡағыҙ битендә өсәр бюлеттень баҫтырыла. «Белая река» нәшриәт йортоноң Өфөләге һәм Благоварҙағы типографиялары һайлау алдынан йәнә ҙур заказ ҡабул иткән. Өс миллионға яҡын бланкты баҫтырырға кәрәк. Ҡеүәтле ҡорамалдар ярҙамында был эште һанаулы көндәрҙә теүәлләп буласаҡ.

Һайлау бюллетенен һаҡлау өсөн уның алғы яғына йәшел төҫтәге тангир сетка төшөрөлә. Тәү ҡарашҡа, ябай ғына күренһә лә - «бармаҡ эҙҙәре» кеүек әһәмиәткә эйә. Һәр төбәктең үҙенә генә хас үҙенсәлеге. Бынан тыш, участка комииссияһында бланктың уң яҡтан өҫкө мөйөшөндә махсус билдә - марка йәбешетереләсәк, комиссия ағзаларының ҡултамғалары һәм мисәт була.

Етештерелгән продукцияның 17 проценты, ярты миллиондан ашыуы һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары өсөн тәғәйенләнгән. Ябай бюллетендән айырмалы, был документта һаҡлау сараһы һәм махсус марка кире яҡтан баҫтырыла)

Типографияла бар эш процесы автоматлаштырылған булыуға ҡарамаҫтан, бланктарҙы иҫәпләү тулыһынса хеҙмәткәрҙәр иңендә. Эшселәр яңы ғына баҫтырылған бюллетендәрҙе ҡулдан һанап, меңешәр дана менән айырым һалып бара. Шулай уҡ бюллетендәрҙе ҡырҡыу, төргәккә төрөү ҙә ваҡыт талап итә. Быйыл Башҡортостанда 2 миллион 994 мең 100 бюллетень әҙерләнгән, уларҙың 12 проценты башҡорт телендә булһа, 5,5 проценты татар телендә баҫтырылған

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, уҙған аҙнала бюллетендәр әҙерләнә башланы. Уларҙы 4-5 мартта территориаль һайлау комиссияларына тапшырыу ҡаралған. Артабан бюллетендәр участка комиссияларына оҙатыла. Махсус бәйләнеш буйынса маркаларҙы ла ҡабул иттек. Уларҙы бланктарға 13 марттан йәбештерә башлайҙар.

Азат Ғәлимханов, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе

Рәсәй президентын һайлау 15 мартта старт алып, 17-ндә тамамлана. Бюллетендә дүрт кандидаттың исем-фамилияһы була. «Яңы кешеләр» партияһы вәкиле Владислав Даванков, әлеге дәүләт етәксеһе, үҙ-үҙен күрһәтеүсе Владимир Путин, либерал-демократик партиянан Леонид Слуцкий һәм коммунистарҙан Николай Харитонов. Республикала барлығы өс меңдән ашыу участка комиссияһы эшләйәсәк. Типографияла һайлау көнөндә ҡулланыласаҡ плакаттар, өҫтәмә материалдар ҙа күпләп баҫтырыла башлаған.

Гөлназ Хәйбуллина