Өфөлә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы

Бөгөн коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә республикалағы был категория ойошмаларҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар хәйриә эшмәкәрлегендә, спортта, йәштәр хәрәкәтендә, мәғарифта, мәҙәниәттә, сәнғәттә, социаль өлкәлә ҡатнаша. Ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәре аҙ тәьмин ителгәндәргә, балаларға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам итә, мәҙәниәт ҡомартҡыларын тергеҙә, хайуандарҙы яҡлай, экологик һәм башҡа күп кенә башланғыстарҙа ҡатнаша. Башҡортостанда ошондай бөтәһе 6 меңдән ашыу ойошма иҫәпләнә. Уларҙың 600- гә яҡыны эшмәкәрлеге өсөн гранттар отҡан. Иң әүҙем йәмәғәт ойошмалары дипломдар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.