Архитектор Ришат Муллагилдиндың иҫтәлегенә мәғлүмәти таҡтаташ асылды

Ул «Торатау» конгресс-холы бинаһына беркетелде. Ришат Муллагилдин заманса башҡорт архитектураһын тормошҡа ашырған ижадсы булды. Уның «Торатау» конгрес-холы һәм «Аҡбуҙат» ипподромы Өфөнөң визит карточкаһына әүерелде. Ҡала үҫешендәге ҡыйыу башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн сит ил белгестәрен дә йәлеп итте. Конгресс-хол бинаһы ла япон архитекторы менән бергә ижад ителгән эш. Был хеҙмәттәшлек уға донъя архитектураһында ла билдәләлелек алырға булышлыҡ итте. Ришат Усман улы 2022 йылда ваҡытһыҙ арабыҙҙан китте, уға 53 йәш ине.