Өфөлә ҡыйыҡтан төшкән боҙ арҡаһында ике кеше зыян күргән

Көндәр бер аҙ йылытыу менән сираттағы хәүеф арта – бина ҡыйыҡтарынан боҙ төшөү осраҡтары йышая. Уҙған көндәре баш ҡалала ошондай ике ваҡиға теркәлгән. Уларҙың берәүһе – Ибраһимов бульвары буйынса урынлашҡан йорт янында була. Балкон түбәһенән ишелгән ҡар 48 йәшлек ҡатын өҫтөнә төшә. Ул табип ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән. Икенсе осраҡта 7 йәшлек малай имгәнгән, был хәл Борисоглебский урамында теркәлә. Ҡотҡарыусылар бейек биналар янынан үткәндә һаҡ булырға кәңәш итә.