Башҡортостан халҡы мәҙәни сараларға әүҙем йөрөй

Мәҙәниәт министрлығы коллегияһы ултырышында уҙған йылға йомғаҡ яһалды. Мәҙәни сараларға йөрөгән халыҡ һаны буйынса беҙҙең республикала илдә Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡала 3-сө урында килә. Былтыр тармаҡҡа яҡынса 13 миллиард һум аҡса бүленгән. Аҙаҡҡы 6 йылда сумма 60 процентҡа артҡан. Республика мәҙәниәт ойошмалары “Пушкин картаһы” программаһында әүҙем ҡатнаша, хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы 1,4 тапҡырға артҡан.