Был дәүләт башлығының йыллыҡ асыҡ мөрәжәғәтендә илдәге хәлгә баһа бирелә, эске һәм тышҡы сәйәсәттең, социаль-иҡтисади үҫештең һәм милли именлекте тәьмин итеүҙең төп йүнәлештәре билдәләнә. Быйылғы мөрәжәғәтнамәлә алдағы алты йылға бурыстар иғлан ителәсәк, тине Владимир Путин стратегик башланғыстар агентлығы форумының пленар ултырышында. Шулай уҡ быйыл махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йәлеп ителәсәк. Мөрәжәғәтнамәнең тура трансляцияһын көндөҙгө сәғәт 2-лә федераль каналдар эфирында күрергә мөмкин. Ҡайһы бер ҡалаларҙа кинотеатрҙарҙа ла күрһәтеү ойошторола.