«Родина» кинотеатрында үткән сарала малай-ҡыҙҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн окоп шәмдәре эшләргә өйрәнде. Балалар Ватан һағында торған яугирҙарға күңел йылыһы менән хаттар яҙҙы, һүрәттәр төшөрҙө. Оҫталыҡ дәресенән һуң балалар «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен ҡараны. 2024 йыл республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Балаларға байрам кәйефен бүләк итеү өсөн үткәрелгән сара Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылды.