Өфөлә тағы бер ҡар иретеү комплексы булдырыла

Был турала ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев белдерҙе. Уның әйтеүенсә, бюджетта аҡса ҡаралған. Бынан тыш, ҡар иретеү пункттары өсөн тағы ике урын әҙерләнә. Өфөлә кәмендә 10 ҡар иретеү ҡоролмаһы кәрәк. Әле 2 генә комплекс бар.