Был турала Республика үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итәләр. Участка комиссиялары ағзалары 7 мартҡа тиклем йорт-фатирҙарға барып халыҡҡа һайлау буйынса консультация бирә. Бөгөнгә был эш 62 процентҡа теүәлләнгән. Рәсәй президенты мартта һайлана. Тауыш биреү өсөн 3 көн билдәләнгән. Участкалар 15, 16 һәм 17 мартта иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.