Ул Саҡмағош районы Киндеркүл ауылында йәшәй. Йөҙйәшәр инәйҙе район хакимәте башлығы Реканс Ямалиев ҡотлаған. “Биш йыл элек кенә Әминә Ғиниәтулла ҡыҙын бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотлағайныҡ. Ул ваҡытта ҡунаҡтар килеүенә бик ҡыуанғайны. Һәр беребеҙҙең иҫәнлеге өсөн доға ҡылды. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан асыҡ зиһенле, яҡшы хәтерле булыуы һоҡландыра. Әминә Ғиниәтулла ҡыҙына иҫәнлек, һаулыҡ теләйбеҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хакимиәт етәксеһе. Әминә Хәйбрахманова һуғыштан һуң илде тергеҙеүҙә ҡатнаша. Ғүмер буйы колхозда эшләй. Тормош иптәше менән 6 бала тәрбиәләп үҫтерә, “Герой-әсә” исеменә лайыҡ була. Бөгөн йөҙйәшәрҙең 15 ейән-ейәнсәре, 30 бүләһе һәм 8 тыуасары бар.