Башҡортостанда "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса юлдар ремонтлана

Стәрлетамаҡ  районында  Подлесный, Талалаевка, Оло Ҡуғанаҡ  ауылдары араһы ла  тәртипкә  килтерелә.  Бының өсөн 100 миллион һумға  яҡын  аҡса ҡаралған.  Транспорт һәм юл  хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был юлда ремонтты йыл аҙағына тиклем теүәлләү планлаштырыла. Быйыл милли проект буйынса Өфө һәм Стәрлетамаҡ янында  38 километр юлды төҙөкләндереү маҡсаты ҡуйылған.