Радий Хәбиров ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары менән осрашты

Унда биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре һәм урындағы үҙидара органдарының бурыстары тикшерелде. Семинарҙы асып, төбәк етәксеһе муниципалитеттарға 2023 йылда республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин иткәндәре, шулай уҡ социаль-иҡтисади программаларҙы һәм проекттарҙы үтәгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров шулай уҡ яҡын киләсәккә төп бурыстарҙы ла билдәләне. Улар иҫәбендә - милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу, артабанғы иҡтисади үҫеште тәьмин итеү, социаль йөкләмәләрҙе үтәү. Бынан тыш, берлектәге эшмәкәрлектең мөһим йүнәлеше тип Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияға, яугирҙарыбыҙға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеүҙе атаны.