Республика юлдарындағы видеокамералар беркетелмәгән хәүефһеҙлек ҡайышы һәм туҡталыш линияһын үтеү кеүек ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәй. Был саралар юл-транспорт ваҡиғаларын кәметергә тейеш, тигән фекерҙә автоинспекторҙар. «Бәхет хаты» килеп төшмәһен өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөргә кәрәк? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Тиҙлек режимын арттырыуҙан алып туҡталыш линияһын үтеүҙе, хатта пассажирҙарҙың эләктерелмәгән хәүефһеҙлек ҡайышына тиклем. Үткер күҙле камералар төрлө юл хәлдәрен күреп тора. Былтыр светофоры булған юл киҫелешендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға бәйле 300 меңдән ашыу осраҡ теркәлгән.
Ҡағиҙә боҙоуҙарҙы теркәү автоһәүәҫкәрҙәр араһында тәртип булдырыуға йүнәлтелгән. Иң мөһиме, юлдар бөтәһе өсөн дә хәүефһеҙ булырға тейеш. Әле беҙҙең төбәктә мең дә 830 автоматлаштырылған юл комплексы ҡуйылған. Уларҙың 50-һе беркетелмәгән ҡайыш менән хәрәкәт итеүҙе һәм светофорҙың тыйылған төҫөнә туҡталыш һыҙатын үтеүҙе теркәй.
Һәр ҡағиҙә боҙоу осрағы Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан тикшерелә. Бер юлы дүрт фотонан торған коллаж эшләнә. Тәүге икәүһе - ҡағиҙә боҙолғанға тиклем. Һуңғылары - тәртип боҙоу мәлен күрһәтә. Шикләнеү осраҡтарын видеояҙма иҫкәртә. Тап уны инспекторҙар штрафты инҡар итергә килеүсе водителдәргә күрһәтә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, беркетелмәгән ҡайыш өсөн 1000 һум, туҡталыш һыҙығын киҫеп үтеү өсөн 800 һум штраф янай.
Әлфинә Килдейәрова