Баш ҡалала ҡотҡарыусылар «Көнсығыш сығыу юлында» күнекмәләр үткәрҙе

Өфөнөң «Көнсығыш сығыу юлы»нда бөгөн юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрөүгә баш ҡаланың барлыҡ хеҙмәттәре лә йәлеп ителде. Ғәҙәттән тыш хәл урынынан ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.

Өфөнөң «Көнсығыш сығыу юлы»нда ғәҙәттән тыш хәл. Көндөҙгө сәғәт ун ике тирәһендә теркәлгән юл-транспорт осрағы тураһында шунда уҡ авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр ителә. Ваҡиға эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 20 берәмек техника, 60-тан ашыу хеҙмәткәр ҡатнаша. Сөнки, сценарий буйынса төҙөлгән бәхетһеҙ осраҡ объекттың ике тоннелендә лә теркәлгән.

Ошоға бәйле, «Көнсығыш сығыу юлының» төньяҡ тоннелендә транспорт хәрәкәте тулыһынса туҡтатылды. Йәмәғәт транспорты һәм еңел автомобиль ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе теркәлеүгә бәйле, авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенә кешеләрҙе ҡотҡарыу, транспорт ағымын көйләү бурысы ҡуйылды.

Бер ҡотҡарыусы тоннелдәге автобустан бишәр кешене оҙатып сыҡҡан арала, икенселәре еңел автомобиль салонында булғандарға ярҙамға ашыҡты. Улар ауыр тән йәрәхәттәре алып, салонда бикләнеп ҡалған - шуға ла белгестәргә машинаны төрлө яҡлап ҡырҡырға ла тура килде. Ошонда уҡ тәү ярҙам күрһәтелгәс, артабан йәрәхәтләнеүселәр медиктарға тапшырылды.

Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте күнекмәләре ойошҡан барҙы. Урында тейешле шарттар тыуҙырылыуы ла эште яйға һалды. Бөгөнгө уҡыу яңы объектты һынау күҙлегенән дә әһәмитәле булды.

Өфөнөң күләмле объекттарының береһен быйыл яҙ асыу күҙаллана. Әлеге ваҡытта белгестәр «Көнсығыш сығыу юлы»ның 89 процентҡа тиклем әҙер булыуын билдәләй.

Азат Ғәлиуллин