Баймаҡ участка һайлау комиссияһы ағзалары халыҡ араһында мәғлүмәт еткереү эштәре алып бара

15-17 мартта Рәсәй Президенты һайлауы үтә. Ил яҙмышын билдәләйәсәк мөһим компания алдынан Баймаҡ участка һайлау комиссияһы ағзалары халыҡ араһында мәғлүмәт еткереү һәм аңлатма биреү эштәре алып бара. Тулыраҡ беҙҙең яҙмала.

Үҙе менән: зәңгәр туҡыма сумка-шопер, күкрәккә таға торған билдә, исем фамилиһы яҙылған, зәңгәр мисәтле комиссияһы ағзаһы таныҡлығы, "ИнформУИК" ҡушымтаһы менән телефон, теркәлгән кандидаттар тураһында мәғлүмәтле листовка тотҡан обходсыларҙы еңел танырға мөмкин. Улар көн дә киске алтынан туғыҙға тиклем үҙҙәренә теркәлгән адрестар буйынса йөрөп, Рәсәй Перезидентын һайлау буйынса аңлатма бирә. Халыҡ сәйәси сараның мөһимлеген аңлап, мәғлүмәт еткереүселәрҙе ихлас ҡабул итә.

“ИнформУИК” адреслы мәғлүмәт биреү федераль проекты 17 февралдә старт алды. Һайлау алды “иҫәп алыу”ҙың бурысы - теркәлгән һайлаусыларҙың исемлеген аныҡлау, ниндәй ысулдар менән тауыш бирергә мөмкинлеген һөйләү, өйҙә тауыш биреүгә ғариза ҡабул итеү, һорауҙарға яуап биреү.

Һайлау көнөнә 18 йәше тулған бөтә граждандар тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Рәсәйҙә ил Президентын һайлау быйыл тәүгә тапҡыр өс көн дауамында 15,16,17-се мартта барасаҡ. Участка һайлау комиссияларында иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем тауыш бирергә мөмкин буласаҡ.