Бөгөн Өфөнөң Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында «Ауылым тарихы-ил тарихы» тип аталған фәнни-ғәмәли семинар үтте. Ул Бөрйән районы Байназар ауылы тарихына арналды, сараны Бөрйән районы хакимиәте, Яҡташтар берлеге ойошторҙо.
«Атайсал» проекты старт алғандан бирле яҡташтар ойошмаларның эшмәкәрлегенә ныҡлы иғтибар бирелә. Һуңғы осорҙа Бөрйән яҡташтар берлеге лә яңы һулыш кисерә. Йыл дауамында тиҫтәнән ашыу спорт төрө буйынса спартакиада бара, мәҙәни, патриотик саралар ойошторола. Әле бөрйәндәр ауылдар тарихы буйынса фәнни-ғәмәли семинарҙар ҙа уҙғарырға хәл иткән. Сөнки районда легенда-риүәйәттәрҙә данланған ер-һыу атамалары байтаҡ, уларҙы өйрәнеү, киәлсәк быуынға тапшырыу мөһим, йәштәр тарихты белергә тейеш, ти ойоштороусылар.
Фәнни-ғәмәли семинарҙарҙың тәүгеһе Байназар ауылы тарихына арналды. Байназар - Бөрйәндең иң ҙур һәм бай тарихлы ауылдарының береһе. Семинарҙа ғалимдар ошо төбәктәге ер-һыу атамаларның тарихы, килеп сығышы хаҡында һөйләне. Улар әйтеүенсә, был ерлектә борондан илһөйәр, уңған халыҡ йәшәгән. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев хеҙмәт юлын Байназар ауылында уҡытыусы булып башлаған, ә филология фәндәре докторы ғалим Әхмәт Сөләймәнов үҙе ошо ауыл мәктәбендә белем алған. Бай тарихлы ауыл бөгөн дә данлы традицияларына тоғро ҡала, йылъяҙмаһын яңы биттәр менән байыта. Быйыл байназарҙар «Айыҡ ауыл» конкурсында ла ҡатнаша.