Өфө ҡалаһының 8-се ҡала клиник дауаханаһында мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге тәрбиәләнеүселәренең ижади эштәренән күргәҙмә асылды. Урология бүлеге стеналарын балалар һәм үҫмерҙәр төшөргән һүрәттәр, керамика һәм графика менән яһалған картиналар биҙәй. Реабилитация үҙәге клиникала икенсе тапҡыр күргәҙмә ойоштора. Уны тантаналы асыу уңайынан дауаханала балалар концерт ҡуйҙы. Табиптар һәм пациенттар билдәләүенсә, балаларҙың ижады дауалау көсөнә эйә.