Радий Хәбиров менән осрашыу барышында татар йәмәғәтселеге вәкилдәре ошондай башланғыс менән сығыш яһаны. Башҡортостан Башлығы уны хупланы. Ғабдрахман Ҡадыров боҙҙа мотоциклда уҙышыу буйынса 6 тапҡыр донъя чемпионы. “Минең өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ. Ғабдрахман Ҡадыров ҡаһарманлыҡ символы иҫәпләнә һәм ул һәйкәлгә лайыҡлы кеше. Уға бағышланған монумент көйәрмәндәр өсөн ҙур бүләк булыр ине”, - ти спортсының ҡатыны, Башҡортостандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтӨфөлә Ғабдрахман Ҡадыровҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. Баш ҡалалағы урамдарҙың береһе легендар спортсының исемен йөрөтә.