Өфөлә “Именлек” геронтология үҙәге төҙөлә

Яңы бина 45 процентҡа әҙер, тип яҙа социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров. Төҙөлөш “Демография” милли проекты буйынса алып барыла. Үҙәктә оло йәштәгеләргә медицина хеҙмәттәре күрһәтелә, дауалау-хеҙмәт реабилитацияһы үткәрелә. 2024 йыл республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы исеме аҫтында уҙа.