Президент һайлауында 28 төбәктә интернет аша тауыш бирергә була. Башҡортостанда бындай мөмкинлек юҡ. Шул уҡ ваҡытта теләгән урында тауыш бирергә рөхсәт ителә. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Әле 2 миллионға яҡын документ ҡабул ителгән. Әле ҡайһы бер төбәктәрҙә ваҡытынан алда тауыш биреү бара. Рәсәй Президентын һайлау өс көн – 15, 16 һәм 17 мартта үтә.