Республикала ялған аҡсалар һаны өс тапҡырға кәмегән

Башҡортостан Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр яһалма 67 ҡағыҙ аҡса асыҡланған. Мутлашыусылар йышыраҡ 5 мең һумлыҡ купюраны оҡшатып эшләгән. Рәсәйҙә йыл дауамында 12,5 мең ялған ҡағыҙ аҡса табылған. Үҙәк банк сайты йәки мобиль ҡушымтала банкнотаның дөрөҫлөгөн тикшерергә була.